БИШМЫЙЫҠ.
Ышаныуҙар буйынса, балаларҙы ҡурҡыта торған яман мифик зат. Бишмыйыҡты
башҡорттар кис йөрөй торған оҙон һаҡаллы, йыуан таяҡлы ҡарт итеп күҙ
алдына килтерә. Бишмыйҡ ғәҙәттә кис йөрөй, тәҙрәнән ҡарай, туҡылдата,
йоҡламаған балаларҙы урлай, икән. Шуға ла йоҡламаған балаларҙы: «Ана,
бишмыйыҡ, бишмыйыҡ йөрөй, бишмыйыҡ апкитә», тип ҡурҡыталар. Килеп сығышы яғынан бишмыйыҡ биш менән мыйыҡ һүҙҙәре менән бәйле. ПЯТИУС.
По повериям, злое мифическое существо, пугающее детей. Башкиры
представляют Пятиуса как длиннобородого старика с толстой палкой,
ходящего по вечерам. Пятиус обычно ходит по
вечерам, заглядывает в окна, стучит, ворует детей, которые не спят.
Поэтому неспящих детей пугают: «Вон, Пятиус, Пятиус ходит, Пятиус
заберет». Слово «пятиус» связано со словами «пять» и «усы».
|